ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2021, 18:35

Балалар күҙлеге аша

Конкурсҡа материалдар 1 мартҡа тиклем ҡабул ителә, 31 мартта еңеүселәр исеме билдәле буласаҡ!

Кескәйҙәр донъяны икенселәй ҡабул итә. Фәҡәт улар иң мөһим, ҡыҙыҡлы, көтөлмәгән нәмәне күрә, тоя. Шуға күрә бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға балалар күҙлеге аша ҡарарға булдыҡ һәм конкурс иғлан иттек.
Һүрәт төшөрөргә яратҡан 7-нән 12 йәшкә тиклемге балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ бар икән, ҡатнашығыҙ! Ҡағиҙәләр ябай: ижади эш халыҡ иҫәбен алыуға бәйле булырға, унда берәй рәсми символ төшөрөлөргә тейеш. Темалар байтаҡ: ВиПиН себеше, дәүләт порталы аша теркәү үтеү, йәниҫәп алыусы эше, ғаиләнең иҫәп алыу участкаларына барыуы.
Һүрәтте фотоға төшөрөп, Instagramға @strana2020 һылтанмаһы һәм #ярисуюперепись хэштегы менән йәки strana2020.ru сайтына теркәлеп, балағыҙҙың эшен ебәрегеҙ.
Конкурсҡа материалдар 1 мартҡа тиклем ҡабул ителә, 31 мартта еңеүселәр исеме билдәле буласаҡ!
Вера КУВАЙЦЕВА, халыҡ иҫәбен алыу буйынса белгес.
Читайте нас: