Ғүмер - 100 һүҙ менән...
(руссанан яҡынса тәржемә)
Сәңгелдәк. Биләү. Илау.
Һүҙ. Аҙым. Атлау.Ҡолау.
Уйынсыҡ. Ағай. Ҡурҡыу.
Йәшенеш. Һуғыш. Ырғыу.
Урам. Уйындар. Атыш.
Туп. Талаш. Илаш. Тартыш.
Мәктәп. Ике. Көндәлек.
Сана. Саңғы. Әүһәләк.
Клуб. Дискотека. Вальс.
Парта. Имтихан. Класташ.
Телевизор. Телефон.
Клон. Сериал. Диктофон.
Институт. Дуҫтар. Ҡыҙҙар.
Сессия. Ҡойроҡ. Наҙҙар.
Романтика. Мөхәббәт.
Имтихан. Өс. Йәрәхәт.
Диплом. Ятаҡ. Ҡоҙалар.
Кәләш. Төн. Ҡоҙасалар.
Туй. Килен. Еҙнәй. Еңгә.
Ҡайнаға. Ҡайны. Ҡәйнә.
Ғаилә. Бәхәс. Ыҙғыш.
Маҡсат. Бергә. Ынтылыш.
Бишек. Йүргәк. Төн. Бәпәй.
Ыңғыраш. Атлау. Әпәй.
Эш. Ғаилә. Ҡайны. Ҡәйнә.
Отпуск. Диңгеҙ. Ғаилә.
Ейәндәр. Ейәнсәрҙәр.
Дауахана. Сирләүҙәр.
Стресс. Аҡса. Түшәк. Йөрәк.
Бөйөр. Врач. Бүлә. Һөйәк.
Укол. Дарыу. Һыу. Һүҙҙәр.
Хушлашыу. Ҡәбер. Телмәр...
Г. Ниғмәтуллина
-3 °С
Ҡар