Аңлатмаларҙа ҡапма-ҡаршылыҡ килеп сыға, һауа торошона ҡарап көйләү ҡаралған булһа ла, ни өсөндөр йә өшөйбөҙ, йә тышты йылытабыҙ. Баҡтиһәң, бер йортта берәүгә һыуыҡ, икенсегә эҫе икән. Күрәһең, хәлде төҙәтер өсөн аныҡ саралар кәрәктер. Мәҫәлән, һәр фатирҙа автоном йылытыу системаһы урынлаштырыу, ә быға ваҡыт, аҡса талап ителә. Һорау, тимәк, асыҡ ҡала. Улай ҙа һәр кем урында айырым был мәсьәләне асыҡларға тырышһын ине - халыҡтың үҙенә әүҙем булыу мотлаҡ.