Конгэк
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2021, 13:45

Башҡортостанда янғын һүндереүселәр янып бөткән өйҙә бер ҡатындың мәйетен тапҡан

Әлшәй районы Мечников ауылында 19 ғинуарҙа ике фатирлы йорт янып киткән. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килеп етеүгә, Түбәнге Әүрез ауыл советының ирекмән янғын һағы утты тиҙ арала һүндереүгә өлгәшкән.

«Уттан бер фатирҙың стенаһы зыян күргән, янғынды һүндергән ваҡытта 1951 йылғы ҡатындың мәйете табылған», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Янғын сығыуҙың яҡынса сәбәбе – көнкүреш электр приборҙарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе янғын сәбәбен асыҡлай. Ведомствола белдереүҙәренсә, республикала йыл башынан 333 янғын сыҡҡан, 19 кешенең ғүмере өҙөлгән.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы