ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2021, 13:50

Март аҙағына тиклем Башҡортостанға коронавирусҡа ҡаршы 150 меңдән ашыу доза вакцина килтерелә

Быйыл март аҙағына тиклем Башҡортостанға яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы 151,5 мең доза «Гам-Ковид-Вак» вакцинаһы килтерелә. Февралдә республика – 50,8 мең, мартта иһә 100,7 мең доза вакцина алырға тейеш. Был турала Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова хәбәр итте.

«Республикала күпләп прививка яһау «ковидҡа ҡаршы паспорт» алыу менән бәйле. Был поликлиникала вакцина һалдырғандан йәки COVID-19 менән ауырығандан һуң «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында кешенең шәхси кабинетында булдырылған QR-код», — тип аңлаттты министр урынбаҫары.
Төбәк властары билдәләүенсә, антиесемдәр кимәлен билдәләү өсөн тест шәхси йә иһә эш биреүсенең аҡсаһына эшләнергә тейеш. «Ковидҡа ҡаршы паспорт» вакцинациянан һуң бер йыл, ә ауырығандар өсөн (антиесемдәр титры 10 берәмектән күберәк икән) өс ай ғәмәлдә була. Башҡортостанда индерелгән яңылыҡ тураһында ентеклерәк мәғлүмәт бында.
Читайте нас: