Йыл аҙағында "Көнгәк" гәзитендә "Фотоларҙа - иҫтәлектәр" тип аталған конкурс иғлан ителгәйне. Быға тиклем уҙғарылған Яңы йыл байрамына бәйле ине ул. Ҡатнашыусылар мажараһы, мөғжизәһе, ҡыҙыҡлы хәлдәре менән иҫтә ҡалған, фотола кәүҙәләндерелгән хәтирәләре менән уртаҡлашты. Социаль селтәрҙә тауыш биреп, урындар билдәләнде. Смаҡ ауылында тыуып үҫкән, бөгөн 6-сы лицейҙа балаларға белем, тәрбиә биргән һәләтле, уңған, тырыш уҡытыусы, ике ҡыҙға хәстәрлекле, наҙлы әсә, мөләйем, сибәр ҡатын-ҡыҙ Гөлнара Татлыбаева еңеүсе тип табылды. "Көнгәк" гәзите редакцияһы ихлас ҡотлай һәм изге теләктәрен еткерә. Бүләк - "Сладкий сон" сауҙа йорто сертификаты.
Икенсе урынға сыҡҡан Хәлиҙә Шәйәхмәтова, өсөнсө - Гөлнара Бикҡолова, дүртенсе урын яулаусы Нурия Берлишеваны ла бүләктәр көтә!