Конгэк
-5 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2021, 18:40
Өфө үҙәгендә башҡорт яҙыусыһына тағы бер һәйкәл ҡуйыла
Өфөнөң Совет урамында, Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы янында, Башҡортостандың халыҡ шағиры, РСФСР-ҙың М.Горький исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Назар Нәжмигә (1918-1999) һәйкәл ҡуйыу планлаштырыла.
Өфөнөң Совет урамында, Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы янында, Башҡортостандың халыҡ шағиры, РСФСР-ҙың М.Горький исемендәге дәүләт премияһы лауреаты
Назар Нәжмигә
(1918-1999) һәйкәл ҡуйыу планлаштырыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың майында Мәҙәниәт министрлығы һәйкәлдең иң яҡшы проектына конкурс иғлан иткәйне. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, конкурс оҙайтылды.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар, проекттар, аңлатмалы яҙыуҙар, график материалдар һәм смета-финанс иҫәп-хисабы 2021 йылдың 27 апреленә тиклем «Рәсәй рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһенә ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 148. Тел. 8 (347) 284-42-47.
Положение менән «Рәсәй рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе
сайтында
танышырға мөмкин.
https://
www.bashinform.ru/news/1550978-v-tsentre-ufy-poyavitsya-eshche-odin-pamyatnik-bashkirskomu-pisatelyu/
Теги:
хәтер
,
әҙәбиәт
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит