ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2021, 18:40

Мәғариф министрлығында беренсе класҡа алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү ваҡытының үҙгәреүе тураһында белдерҙеләр

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығында ата-әсәләрҙән балаларҙы беренсе класҡа алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеүҙең яңы срогы тураһында иҫкә төшөрҙөләр. Быйыл ҡабул итеү 1 апрелдән башлана, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

«Быйылдан ата-әсәләрҙең балаларҙы мәктәпкә ҡабул итеү тураһында ғаризаһы үҙгәртелде. Ҡабул итеү кампанияһы 2021 йылдың 1 апреленән башлана», — тип билдәләне мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин дөйөм республика ата-әсәләр йыйылышында.
Мәктәпкә беркетелгән биләмәлә йәшәгән, шулай уҡ беренсе класҡа уҡырға алыныу өҫтөнлөгөнә эйә булған балалар өсөн ҡабул итеү кампаниялары 1 апрелдә башлана һәм 30 июнгә тиклем дауам итә.
Мәктәпкә беркетелгән биләмәлә йәшәмәгән балаларҙы буш урындарға ҡабул итеү 6 июлдән 5 сентябргә хәтлем ойошторола.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: