Конгэк
+14 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Внимание всем! В Башкортостане завоют сирены
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2021, 14:20
Республикала инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ерҙе рәсмиләштереү ябайлаштырыла
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тәүге уҡыуҙа инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең ер алыу өсөн документтарын рәсмиләштереүҙе ябайлаштырыу тураһында закон ҡабул итте. Халыҡ һайланыусылары тейешле белешмәләр йыйыуҙы компетентлы органдарға тапшырырға йыйына.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тәүге уҡыуҙа инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең ер алыу өсөн документтарын рәсмиләштереүҙе ябайлаштырыу тураһында закон ҡабул итте. Халыҡ һайланыусылары тейешле белешмәләр йыйыуҙы компетентлы органдарға тапшырырға йыйына.
«Участка алыу өсөн инвалидлыҡ тураһында документтарҙы ата-әсәләр үҙҙәре йыйырға тейеш. Аңлашыла, был ваҡыт, көс һәм аҡса талап итә. Даими иғтибарға һәм тәрбиәгә мохтаж инвалид бала ҡараған кешеләрҙән быны талап итеү дөрөҫ түгел. Бюрократик ҡатмарлыҡтарға бәйле граждандарға участка алыу ҡыйынлаша», — тип иҫәпләй Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
Башҡортостан парламенты спикеры билдәләүенсә, ер биргән органдарға, ведомство-ара үҙ-ара эш итеү барышында, документтар йыйыу тиҙерәк һәм еңелерәк, шуға күрә был участканы рәсмиләштереүҙе тиҙләтергә тейеш.
https://
www.bashinform.ru/news/1553221-v-bashkirii-dlya-semey-s-detmi-invalidami-uprostyat-oformlenie-zemli/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
ер
,
инвалид балалар
,
Дәүләт Йыйылышы
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Ололарға бер йылы һүҙ етә
Ысын дуҫтар ғына... ҙур көскә эйә
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ