Конгэк
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2021, 14:55

Башҡортостандың туристик проекттары «Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй премияһында бер юлы 10 призлы урын алды

Башҡортостандың туристик проекттары «Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй премияһы финалында бер юлы 10 призлы урын алды. Конкурс Саранскиҙа 3 һәм 4 февралдә уҙҙы.«Иң яҡшы мажаралы маршрут» номинацияһында Гран-приҙы үҙенсәлекле «Ҡырағай балға һунар» маршруты менән Башҡортостан Республикаһының Туризмды үҫтереү үҙәге ойошмаһы яуланы.

Башҡортостандың туристик проекттары «Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй премияһы финалында бер юлы 10 призлы урын алды. Конкурс Саранскиҙа 3 һәм 4 февралдә уҙҙы.
«Иң яҡшы мажаралы маршрут» номинацияһында Гран-приҙы үҙенсәлекле «Ҡырағай балға һунар» маршруты менән Башҡортостан Республикаһының Туризмды үҫтереү үҙәге ойошмаһы яуланы.
«Иң яҡшы туристик маршрут идеяһы» номинацияһында Гран-приға «VeloRussia бренды аҫтында Башҡортостан һәм Көньяҡ Урал буйлап веломаршруттар селтәре» проекты менән Антон Сазонов лайыҡ булды.
«Оло йәштәгеләр өсөн иң яҡшы маршрут» номинацияһында беренсе урынды «Башҡортостан ғүмер оҙайлығы» проекты яуланы.
«Иң яҡшы музей экскурсияһы» номинацияһында иң яҡшыһы – «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы командаһының «Ҡурсаулы ер» проекты.
Борис Сазоновтың һәм Тимур Лоҡмановтың «Идеаль атай. Туристик, белем биреү, тәрбиәүи программа» маршруты иң яҡшы мажаралы маршрут тип билдәләнде.
Өфө компанияһының «Святые Кустики монастыры һәм Ҡыҙыл шишмә паркы» маршруты «Оло йәштәгеләр өсөн иң яҡшы маршрут» номинацияһында бөтә проекттар араһында икенсе булды.
Suleyman Travel экскурсиялар үҙәге «Иң яҡшы балалар маршруты» номинацияһында «Ҡыш бабайҙы эҙләп» квест-экскурсияһы» проекты менән икенсе урын алды.
Республиканың бер нисә проекты – «Оло Шатаҡ тауына джип-тур» һәм «Оло Ирәмәл тауына сәйәхәт» маршруттары «Иң яҡшы спорт маршруты» номинацияһында икенсе урын яуланы.
Иң яҡшы этнографик маршрут – «Бөрө — Бахтыбай. Сауҙагәрҙәр, һөнәрселәр» проекты, уларҙың өсөнсө урын.
Конкурсҡа бөтәһе 450 проект ебәрелде, 202-һе финалға сыҡты. Башҡортостанда финалда 19 проект ҡатнашты, был Мәскәүҙән һәм Удмурт Республикаһынан ҡала проекттар һаны буйынса өсөнсө урын.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: туризм