Конгэк
-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль 2021, 17:50

"Рәсәй - алда!" - тине Путин

"Рәсәй коронавирустан вакциналар яһау буйынса донъяла алдынғы позицияларҙы биләй, был - ҙур фәнни уңыш", - тип белдерҙе Президент Владимир Путин.Был хаҡта "РИА Новости" хәбәр итә.

"Рәсәй коронавирустан вакциналар яһау буйынса донъяла алдынғы позицияларҙы биләй, был - ҙур фәнни уңыш", - тип белдерҙе Президент Владимир Путин.Был хаҡта "РИА Новости" хәбәр итә.
"Рәсәй коронавирустан вакциналар яһау буйынса донъяла алдынғы позицияларҙы биләй, был - ҙур фәнни уңыш", - тип белдерҙе Президент Владимир Путин.

Был хаҡта "РИА Новости" хәбәр итә.

Ул билдәләгәнсә, Рәсәй — үҙе яһаған өс вакцинаһы булған берҙән-бер ил. "Һис шикһеҙ, был - ҙур фәнни уңыш», - тине дәүләт башлығы Фән һәм мәгәриф советы ултырышында.

Рәсәйҙә хәҙерге ваҡытта COVID-19ға ҡаршы ике вакцина теркәлгән. Беренсе булып теркәлеүҙе Гамалея исемендәге үҙәк эшләгән «Спутник V» тип аталыусы ике компонентлы препарат уҙҙы. Икенсе булып баҙарга "Вектор" үҙәгенән "ЭпиВакКорона" вакцинаһы сыҡты.

Үҙ территорияһында "V Спутник"ны ҡулланыуҙы инде 12 ил хупланы. Улар: Белоруссия, Аргентина, Боливия, Сербия, Алжир, Палестина, Венесуэла, Парагвай, Төркмәнстан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Венгрия һәм Пакистан. Рәсәйҙә "Спутник V" менән вакциналау уҙған йылдың декабренән бирле дауам итә.

Өсөнсө "КовиВак" вакцинаһының тармаҡҡа рәсми сығыуы февралдә көтөлә.
#ВладимирПутин

Фото: "РИА Новости"
Сығанаҡ: kiziltan.ru