Конгэк
-26 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2021, 19:44
Өфөлә һәм Салауатта амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәре асылды
Амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәре Өфө һәм Салауат ҡалаларында асылды, улар бөтә кәрәкле диагностик йыһаздар менән йыһазландырылған. Төбәктә бөтәһе бындай ун үҙәк бар, улар «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса булдырыла, тип хәбәр итәләр Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәре Өфө һәм Салауат ҡалаларында асылды, улар бөтә кәрәкле диагностик йыһаздар менән йыһазландырылған. Төбәктә бөтәһе бындай ун үҙәк бар, улар «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса булдырыла, тип хәбәр итәләр Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәре селтәрен булдырыу – «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының бер сараһы, унда онкоауырыуҙарға ҡаршы көрәш буйынса федераль программа ла инә. Республикала инде һигеҙ амбулатор онкология ярҙамы үҙәге эшләй.
Үҙәктә онколог, проктолог, гастроэнтеролог, компьютер томографияһы һәм УЗИ кабинеттары ҡаралған. Шулай уҡ поликлиникала 15 урынға иҫәпләнгән көндөҙгө стационар бар, унда ауырыуҙарға химиотерапевтик һәм гормональ дауалау үткәрәләр.
«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының төбәк проекттары һәм «Демография» милли проектына индерелгән «Өлкән быуын», «Йәмәғәт һаулығын нығытыу» федераль проекттары сиктәрендә тормошҡа ашырылыусы сараларҙың төп маҡсаты – рәсәйлеләрҙең ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу һәм ғүмер оҙонлоғон арттырыу. Бының өсөн «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса яҡындағы алты йылда эшкә һәләтле халыҡтың үлем һанын, халыҡтың йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарынан һәм онкологик ауырыуҙарҙан үлеме һанын кәметеү планлаштырылған.
#ҺаулыҡҺаҡлауМиллиПроекты
#АмбулаторОнкологияЯрҙамы
#ТөбәкПроекттарыБашҡортостан
Яңылыҡ һәм фото сығанағы:
https://health.bashkortostan.ru/
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит