ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2021, 18:15

Ергәндә янғын ваҡытында ике баланың ғүмере өҙөлгән

12 февралдә көндөҙ Мәләүез районы Ергән ауылында ҡот осҡос янғын булған. Урынға Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, Ергән ауыл советы ирекмәндәренең янғын һүндереү командаһы һәм башҡа экстрен хеҙмәттәр килеп еткән, шулай уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һынау янғын лабораторияһы, психологтар ебәрелгән.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, янғында ике бала – 2015 һәм 2016 йылғы малайҙар һәләк булған. Тағы бер бала – 2012 йылғы малай Салауат ҡалаһы дауаханаһына медицина тикшереүенә оҙатылған. Ул һөрөм еҫенән ағыуланған. Уларҙың 30 йәшлек әсәһе лә дауаханаға килтерелгән.
Янғын эҙемтәләрен бөтөрөүгә өс берәмек техника һәм 11 кеше йәлеп ителгән.
Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Урында тәфтиш төркөмө һәм Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе эшләй.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: