ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2021, 13:52

Башҡортостан Республикаһы урмансылар 2021 йылдың яҙғы миҙгеленә әҙерләнә

«Экология» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» төбәк проектына ярашлы 2021 йылға Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы 14,3 гектар ерҙә урмандарҙы тергеҙеү һәм урман үҫтереү буйынса эштәр башҡарыуҙы планлаштырған. Буласаҡ урмандың нигеҙе – сифатлы орлоҡ һәм урман культуралары үҫентеләре.

-Йылы һауа торошо булып, унан һуң киҫкен һыуыҡтар килгәс, урман питомниктарында үҫентеләр һәләк булмаһын өсөн республиканың урман хужалыҡтары көн һайын профилактик саралар үткәрә, ҡатҡан боҙ ҡатламдарын төшөрә, - тип һөйләй БР Урман хужалығының дәүләт урман реестрын алып барыу, урмандарҙы тергеҙеү һәм уларҙы файҙаланыу бүлеге начальнигы Альберт Закиров.
Ул шулай уҡ урмансыларҙың орлоҡтарҙы яҙғы сәсеүгә әҙерләүҙәрен, ултыртыу материалдарын консервациялау һәм уларҙы һаҡлау өсөн ҡар көрттәре эшләүҙәрен билдәләй.
#ЭкологияМиллиПроекты
#УрмандарҙыҺаҡлау
#МиллиПроекттарБашҡортостан
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://forest.bashkortostan.ru/
Читайте нас: