Конгэк
-13 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2021, 13:15

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы вәкиле коронавирустың өсөнсө тулҡыны булыу ихтималлығын белдерҙе

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Рәсәйҙәге вәкиле Мелита Вуйнович «Россия 1» телеканалына интервьюһында коронавирустың өсөнсө тулҡыны башланыуы халыҡтың үҙ-үҙен тотошона бәйле булыуы хаҡында белдерҙе.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Рәсәйҙәге вәкиле Мелита Вуйнович «Россия 1» телеканалына интервьюһында коронавирустың өсөнсө тулҡыны башланыуы халыҡтың үҙ-үҙен тотошона бәйле булыуы хаҡында белдерҙе.
«Икенсе тулҡын, эйе, хәҙер ул бөтә донъяла кәмей барыуҙы күрһәтә. Етерлек коллектив иммунитет әлегә юҡ, ҡаршылыҡ әлегә юҡ. Әгәр һаҡ булмаһаҡ, өсөнсө тулҡындың башланыуы ихтимал», — тине Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау вәкиле.
Пандемияның тамамланыуына килгәндә, бында Мелита Вуйнович фаразлап торманы. Уның һүҙҙәренсә, сирлеләр һаны донъяның бөтә төбәктәрендә бер үк ваҡытта эпидемиологик сиктән түбәнерәк кимәлгә тиклем кәмей башлаһа, ә коронавирус менән бәйле йөкләмә һаулыҡ һаҡлау системаһының ғәҙәти эшенә ҡамауламаһа, ошо хаҡта һөйләргә мөмкин.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 154, дауахананан тыш пневмонияның 152 осрағы раҫланған. Пандемия башланғандан алып республикала 26 841 сирле теркәлгән. Уҙған тәүлектә коронавирустан вафат булғандар һаны икәүгә артҡан, бөтәһе – 234 кеше.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: