Конгэк
+8 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2021, 13:23
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР ҮТӘЛЕШЕНӘ ИҒТИБАР ҘУР
Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов сығыш яһаны һәм быйыл милли проекттарҙың нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне.
Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов сығыш яһаны һәм быйыл милли проекттарҙың нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне.
Башҡортостанда милли проекттарҙы финанслауҙың дөйөм күләме 26,3 миллиард һумдан аша. Уның 17,7 миллиард һумы – федераль бюджеттан.
2021 йылда республика алдында ҙур бурыстар тора. 2,26 миллион квадрат метр торлаҡ йорт төҙөү һәм эксплуатацияға индереү планлаштырыла. Быйыл 200 саҡрымдан ашыу автомобиль юлы төҙөкләндереләсәк, шулай уҡ төҙөлөш, реконструкция, капиталь ремонт эштәре башҡарыласаҡ. Нефтекамала – 1225, Өфө районы Булгаково ауылында 825 урынлыҡ мәктәптәр төҙөләсәк. 22 мәҙәниәт учреждениеһында төҙөлөш һәм реконструкция эштәре планлаштырыла.
– Быйыл Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген төҙөй башлайбыҙ, өҫтәмә рәүештә биш онкология амбулатор ярҙамы үҙәктәре асыласаҡ. Мәктәптәргә капиталь ремонт яһап, 2667 урын индереү, ауыл мәктәптәрендә 207 “Үҫеш нөктәһе” асыу ҙа – мөһим мәсьәлә. Илебеҙҙе үҫтереүҙең милли маҡсаттарына етеүгә йүнәлтелгән ҙур маҡсаттарҙы үтәү өсөн министрлыҡтар һәм муниципалитеттар хакимиәттәренең берҙәм эшләүе кәрәк, – тине Илшат Тажетдинов.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан ҡыҙы»
#национальныепроекты
;
#нацпроекты
;
#региональныепроекты
;
#регпроекты
;
#нацпроектыБашкортостан
;
#ВладимирПутин
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?