Конгэк
-5 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2021, 11:25
13 февралдән 13 мартҡа тиклем - РӘЖӘП АЙЫ
Рәжәп- Аллаһы тәғәләнең айы тип атала. Изге ай. Һәр ҡылған изге ғәмәлдәребеҙгә Раббыбыҙ сауаптарын арттырып бирә, гонаһтарҙы юҡҡа сығара.Беҙ был айҙа ниндәй ғәмәлдәр ҡылырға тейешбеҙ?
Рәжәп- Аллаһы тәғәләнең айы тип атала. Изге ай. Һәр ҡылған изге ғәмәлдәребеҙгә Раббыбыҙ сауаптарын арттырып бирә, гонаһтарҙы юҡҡа сығара.
Беҙ был айҙа ниндәй ғәмәлдәр ҡылырға тейешбеҙ?
Ураҙа тоторға. Рәжәп айының беренсе кесе йомаһында – 18 февраль (Рағаиб кисәһе) һәм йома көнөндә ураҙа тоторға (ике көн). 15 көн тотһаң, сауабы бигерәк куп, бөтә элекке гонаһтарың юҡҡа сыға.
10 мартта ҡояш байыу менән Миғраж кисе башлана. Ошо изге кистә Пәйғәмбәребеҙҙе с.ғ.в. Аллаһ Тәғәлә үҙенең хозурына саҡырып, бик күп хикмәттәр, Йәннәт һәм Йәһәнәмде күрһәткән, мосолмандар өсөн Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр изге бүләк булған 5 ваҡыт намаҙҙы фарыз иткән. Был көндө һәм иртәгәһендә ураҙа тоторға, нәфел намаҙҙар уҡып, гонаһтарыңа тәүбә ҡылып, теләк теләһәң, Аллаһ тәғәлә ҡабул итә. Саҙаҡа бирергә, изгелектәр эшләргә, зекер әйтергә онотмағыҙ.
Рәжәп айы мөбәрәк булһын! Аллаһы Тәғәлә ураҙаларыбыҙҙы, намаҙҙарыбыҙҙы,Ҡөрьән уҡып , ҡылған изгелектәребеҙҙе ҡабул итһен, гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡап, урындарыбыҙҙы Йәннәттә ҡылһын ине.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит