Ҡыш! Бар балалар Яңы йылдан, Ҡыш бабайҙан ниндәйҙер мөғжизә көтә. Яңы йыл алдынан Республикала Теләктәр шыршыһына яҙып, Ҡыш бабайҙан үҙеңдең теләгеңде үтәүен һорарға мөмкин тигән яңылыҡты ишетеп ҡалдым да, хат яҙып ебәрҙем. Теләгем - ноутбуклы булыу ине. Ошо көндәрҙә мин бәхетле миҙгел кисерҙем. Мөғжизә!!! Ниһайәт, минең теләгем ҡабул булды. Теләктәр шыршыһынан миңә өр-яңы Ноутбук килеп етте. Уны - Мәләүез районы Хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков, мәғариф идаралығы етәксеһе Алик Сатлыҡов тапшырҙы. Ҡыуанысымдың сиге булманы. 2021 йылдың февраль айы минең өсөн иң бәхетле мәл булып иҫемдә ҡаласаҡ. Мин уларға сикһеҙ рәхмәтлемен, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем. Форсаттан файҙаланып, мине уҡытҡан уҡытыусыларым: Рәсимә Миңлехәйҙәр ҡыҙына, Миләүшә Дамир ҡыҙына, директорыбыҙ Гүзәл Шәһәҙәт ҡыҙына, класс етәксем Ольга Федоровнаға һәм башҡа уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Улар миңә яҡшы белем, дөрөҫ тәрбиә бирә. Инде миңә килгәндә - тағы ла дәртләнеп “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡырға тырышасаҡмын.