Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙранов «Арт-Ҡоролтай» төбәк мәҙәни форумын ойошторорға тәҡдим итте. Ул 25 мартта билдәләнгән Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө уңайынан үткәрелә. Мәҙәниәт министрлығы уҙған йылда уҡ ошо
башланғыс менән сыҡҡайны, ләкин коронавирус пандемияһы үҙ төҙәтмәләрен индерҙе.