Тарихты кешеләр төҙөй. Шуға ла күпме шәхестәребеҙҙең намыҫлы хеҙмәте ята унда. Ҡала мәҙәниәт һарайының театр студияһында шағирә, ҙур талант эйәһе, уңған ҡатын, яҡшы әсәй-өләсәй Наилә Әйүповаға арналған хәтер кисәһе үтте.
Уны райондың “Дуҫлыҡ” башҡорт халыҡ театры үҙешмәкәр артистары һәм "Мәләүез таңдары" ойошмаһы ағзалары ойошторҙо. Бында шағирәнең иң яҡын кешеләре - тормош иптәше, ейәне, уны хөрмәт иткән, ижад юлында бергә атлаған дуҫ-иштәре йыйылды. Сараны алып барыусы театрҙың режиссеры Гөлзилә Вәлиева шағирәнең “Шиғырҙарым менән йондоҙ сәсәм” исемле шиғыр юлдары менән башланы. Дауам итеп Рәсимә Дәүләтбаева Наилә Ғабдулла ҡыҙы рухына бағышлап Ҡөрьән аяттары уҡыны. Артабан яҙыусылар союзы ағзаһы Зөфәр Толомғужин ижадташ дуҫы хаҡында хәтирәләре менән бүлеште. Хәлиҙә Шәйәхмәтова шағирәнең тормош юлына байҡау яһаны. “Ошо күпме генә йәшәгән ғүмерендә, ире Рәсүл Әйүпов менән үрнәк булырлыҡ матур тормош ҡороп, аҡыллы балалар үҫтереп, туғандарына ярҙам итеп, изге һәм яҡты эҙ ҡалдырып китте”, - тине ул. Шулай уҡ бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итте. Римма Шәйәхмәтова шәхестең урыҫсаға тәржемә иткәнен уҡып ишеттерҙе. Театрҙың йәш артистары К. Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияның 11-се класс уҡыусылары Гөлназ Хәлитова, Азалия Мөхәмәтшина һәм 3-сө гимназияның 8-се класс уҡыусыһы Эльза Умәрғәлина шағирәнең мәғәнәле лә, күңелгә үтеп инерлек шиғырҙарын яңғыратты. Артабан шәхестең ижадташ дуҫтары Фәрзәнә Иманғолова, Фәнисә Бикбаева, Альберт Фаҙлаев, Рәсимә Ғайсина хәтирәләре менән уртаҡлашты. Әхирәте, яҡташы Зөһрә Бураншина шағирәнең шиғырына яҙылған йырын йырлап ишеттерҙе. Кисәне “Аманат” фольклор ансамбле етәксеһе Ләйсән Вәлиеваның музыкаль бүләге биҙәне. Театр студияһы етәксеһе Гөлзилә Вәлиева әүҙем, талантлы үҙешмәкәрҙәргә Маҡтау хаттарын тапшырҙы, һәр ваҡыттағыса яңы һулыш алып, үҙенсәлекле әҫәрҙәр тәҡдим итеп, заман менән бергә атларға саҡырҙы. “Театрыбыҙҙың йондоҙҙары бер ҙә һүнмәй, балҡып торһондар, тағы ла кисәләр ойоштороп дәртләнеп, ихлас күңелдән ижад итһендәр”, - тип теләктәрен белдерҙе.
Көслө рухлы, барлыҡ туған-дуҫтарына изгелектәр генә ҡылып йәшәгән халыҡ хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡалған шәхестәрҙең береһе булған Наилә Әйүпова. Тимәк, ул әле лә беҙҙең арала, зәңгәр күктән яҙ ҡояшы булып көләс йылмая. Иҫ киткес мәғәнәле шиғырҙары, йырҙары менән халыҡ күңелендә мәңге йәшәй ул.