ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 12:05

23 февралдә беҙ дәүләт байрамын - Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләйбеҙ

23 февралдә беҙ дәүләт байрамын - Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләйбеҙ. Матур йолаға ярашлы, был көндө бар ир-егеттәрҙе - Бөйөк Ватан һәм локаль һуғышы ветерандарын, шинель кейеп, хәрби ант биргән йәш һалдаттарҙы ҡотлайбыҙ.

Был байрам ил һалдаттарының элек-электән Ватанға тоғро хеҙмәт итеүҙәренең тарихи дәлиле булыуы менән дә ҡәҙерле. Сөнки илебеҙҙе дошмандан һаҡлау ир-егеттәребеҙ өсөн иң изге, ҡәҙерле бурыс булып һаналып, һәр саҡ ҡәҙер-хөрмәт ителгән, данланған.
Беҙ Рәсәйҙең именлеген һәм тыныслығын һаҡлаған, уның хәүефһеҙлеген тәьмин иткән армиябыҙ менән һәр саҡ ғорурландыҡ һәм сикһеҙ ғорурланабыҙ.
Ысын йөрәктән Ҡораллы көстәр яугирҙарын, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, һалдаттарҙы һәм запастағы офицерҙарҙы, районыбыҙҙың бар ир-егеттәрен матур байрам менән ҡайнар ҡотлайым! Бар күңелемдән ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, тыныслыҡ һәм эшегеҙҙә, хәрби хеҙмәтегеҙҙә ҙур уңыштар теләйем.
Читайте нас: