ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2021, 20:05

Былтыр республикала спиртлы эсемлек менән 27 бала ағыуланған

Шуның 14 осрағы Башҡортостандың баш ҡалаһына тура килә. Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы токсикология мониторингыһы буйынса Стәрлетамаҡта 11, 12, 13 (2 бала), 14 (2 бала) йәштәге алты кеше спиртлы эсемлек менән ағыуланған. Бөрөлә - 4 , Салауат районында – 3, Дүртөйлөлә 13 йәшлек бала зыян күргән. 14 йәшлек үҫмерҙәрҙең берәр осрағы Ишембайҙа, Салауатта, Әбйәлил, Өфө районында теркәлгән.

Өфөлә иң күп осраҡ теркәлгән. 11 айҙа 14 бала ағыуланған. Улар араһында 9 айлыҡ, 1 йәшлек сабыйҙар, шулай уҡ 8, 12, 13 (4 бала), 14 йәшлектәр (6 бала) бар. Ведомствола билдәләнеүенсә, ағыуланыуҙарҙың сәбәбе башлыса этил спирты менән (86,0 процент).
Фото Интернеттан.
Читайте нас: