Конгэк
-10 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2021, 12:33

Путин билетһыҙ балаларҙы транспорттан төшөрөп ҡалдырыуҙы тыйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин йәмәғәт транспортынан 16 йәшкә тиклемге билетһыҙ балаларҙы төшөрөп ҡалдырыуҙы тыйған законға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми интернет-порталында урынлаштырылды.

Был закон шулай уҡ билетһыҙ граждандарҙан документтарын талап итеүҙе лә рөхсәт итә.
Быға тиклем Дәүләт думаһы өсөнсө уҡыуҙа йәмәғәт транспортынан 16 йәшкә тиклемге билетһыҙ балаларҙы төшөрөп ҡалдырыуҙы тыйыу тураһындағы закон проектын ҡабул иткәйне. Дәүләт думаһы рәйесе Вячеслав Володиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, түләмәгән өсөн баланы юлда бер үҙен ҡалдырыу ярамай – был уның ғүмеренә һәм һаулығына зыян килтерергә мөмкин.
#ВладимирПутин
#БилетһыҙБалалар
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Сергей Коньков / «Коммерсантъ»
25.02.2021
Читайте нас: