ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2021, 12:06

Көмбәҙебеҙҙә - нурлы ла, серле лә, моңло ла йондоҙҙар

Йырсы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрова етәкселегендәге концерт төркөмөнөң яңы программаһының “Йондоҙҙар... Серҙәр...” тип аталыуы юҡҡа ғына түгел. Ниндәй генә дәүерҙе алма, һәр артистың үҙенең тамашасыһына әйтә торған һүҙе-сере була.

Борон-борондан халҡыбыҙ күк есемдәрен күҙәткән, өйрәнгән. Йондоҙҙар исемен белеү хатта мотлаҡ бурыс һаналған. Арҙаҡлы ғалим, мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың шундай һүҙҙәре лә бар: “Һәр башҡорт үҙенең ете быуынын, риүәйәт- өләңдәрҙе һәм йондоҙҙарҙы белергә тейеш”. Әммә йыһаныбыҙ киңлеге ни тиклем өйрәнелһә лә, ул барыбер үҙендә бөтмәҫ сер һаҡлауын дауам итә. Сәхнә йондоҙҙары ла шулай... Ни тиклем беҙ уларҙы яҡшы белгән кеүек булһаҡ та, улар серлелектәре менән арбауын дауам итә...
Йырсы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрова етәкселегендәге концерт төркөмөнөң яңы программаһының “Йондоҙҙар... Серҙәр...” тип аталыуы юҡҡа ғына түгел. Ниндәй генә дәүерҙе алма, һәр артистың үҙенең тамашасыһына әйтә торған һүҙе-сере була. Филармонияның билдәле артистары Мәләүез ана шул күңел түрендәге әйтер һүҙҙәре менән уртаҡлашырға килә лә инде. Пандемияға бәйле бер йыл үҙҡурсаланыуҙа булғандан һуң артистарҙың йырланмаған йырҙары, тамашасыһына еткерәһе хис-тойғолары икеләтә артып китергә лә мөмкин. Яңы концерт программаһын төҙөгәндә ана шул бар нескәлектәр ҙә иҫәпкә алынған да инде.
Төркөм составында алты талантлы артист. Уның менән яратҡан йырсыбыҙ Лилиә Ишемйәрова етәкселек итә. Концертты нәфис һүҙ оҫтаһы, йырсы Зөлфир Басиров алып барасаҡ. Унда шулай уҡ үҙенә генә хас башҡарыу оҫталығы менән халыҡ араһында танылған, һәр кеше күңелендә йылы матур хистәр уята белгән һәм уйҙар тулҡынында бәүетә алған йырсы Заһир Иҫәнсуринды, башҡорт эстрадаһындағы сағыу йондоҙҙарҙың береһе Искәндәр Ғәзизовты, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй конкурстар лауреаты, ҡурайсы, йырсы, баянсы Салауат Хәлиловты һәм бейеүсе Евгения Цыпинаны тыңлап, күреп, бергә йырлап, бейеп ҡайтырға мөмкин.
Репертуарҙа кешелек тормошондағы мәңгелек ҡиммәттәр, мөхәббәт, тыуған төйәккә һөйөү, ғүмер, дуҫлыҡ хисе тураһында йырҙар, шулай уҡ башҡорт, испан, һинд бейеүҙәре урын алған. Яңы, шулай уҡ халыҡ араһында танылыу яулаған, тамашасы менән бергә йырлай торған йырҙар ҙа бар.
Тамашасы күңелен күтәреү, яҡты киләсәккә өмөт биреү, аҙ ғына булһа ла уларҙың тормошон еңеләйтеү, пандемияға бәйле бер йыл буйы аралашыу шатлығынан мәхрүм булғандарға йылылыҡ, рухи ныҡлыҡ биреү маҡсаты менән талантлы артистарҙы туплаған төркөм дәртле йырҙар, халыҡсан юмор һәм төрлө милләт бейеүҙәренән төҙөлгән яңы концерт программаһы менән республикабыҙҙың төрлө районында булды ла инде. Ҡайҙа ғына барһалар ҙа, халыҡ уларҙы йылы ҡабул иткән, алҡыштарға күмгән. Тоя-күрә белһәң, сер бик күп тамашала. Мәләүездәр ҙә унан дәрт-дарман туплап, рухи аҙыҡ алып, күңел донъяһын байытып ҡайтыр, тип уйлайбыҙ.
Филармония артистары мәләүезгә 12 мартта килә. Концерт ғала мәҙәниәт һарайында киске 7-лә башлана. Билет хаҡы 300 һум.
Рәхим итегеҙ!
Читайте нас: