Конгэк
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2021, 13:55

Артистарыбыҙ ҡыуандырҙы

Күптән түгел “Ҡанатлы күңел ҡәләме” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Быйыл был сара Башҡортостандың 39 районынан һәм 10 ҡалаһынан 240-тан ашыу конкурсантты йыйҙы. Икенсе турҙа 93 кеше ҡатнашты. Улар араһында Артем Хрыкин (Корнеевка) һәм Вадим Шафиев (Ергән) сығыш яһап, икеһе лә юғары һөҙөмтәгә өлгәште. Атап әйткәндә, Вадим I дәрәжә диплом менән бүләкләнде, ә Артем беренсе урын яуланы.

Мәҙәни-ял үҙәге артистары Бишбүләк районында үткән таҡмаҡтар конкурсында ла район намыҫын лайыҡлы яҡланы. Анатолий Урчев (Партизан), Рәйсә Зәйнәғәбдинова (Аптраҡ), “Бәләкәй ансамбль” номинацияһында Галина һәм Есения Рожковалар (Воскресенский), “Ансамблдәр” категорияһында “Воскресенские венцы” фольклор коллективы төрлө дәрәжәләге дипломдар менән ҡайтты.
Гөлгөнә САҠАЕВА, мәҙәни-ял үҙәге методисы.