ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2021, 16:19

Еңеүселәр араһында яҡташыбыҙ ҙа бар

Афарин!Һүҙебеҙ Тамъян ауылында йәшәгән Гөлфара Булатова хаҡында. Бәләкәйҙән китап һөйгән, гәзит-журналдарҙан айырылмаған ханым “Йәшлек” гәзитенә яҙылып, дискылы бысҡы отто. “Шул тиклем квитанция араһынан минекен тартып сығарыуҙары мөғжизә кеүек булды. Байтаҡ ышана ла алмай йөрөнөм. Кем әйтмешләй, юрамал ғына, әллә ота, әллә юҡ тип ебәргән квитанция ине ул, - ти Гөлфара Хәбир ҡыҙы. – Гәзитһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәйем. Һәр саҡ алдырабыҙ. Үҙебеҙҙең “Көнгәк”те көтөп алабыҙ. Һәр йортҡа яҡшы хәбәр, яңылыҡ килтереүҙән туҡтамаһын, хеҙмәткәрҙәргә уңыш теләйем”.

Һүҙебеҙ Тамъян ауылында йәшәгән Гөлфара Булатова хаҡында. Бәләкәйҙән китап һөйгән, гәзит-журналдарҙан айырылмаған ханым “Йәшлек” гәзитенә яҙылып, дискылы бысҡы отто. “Шул тиклем квитанция араһынан минекен тартып сығарыуҙары мөғжизә кеүек булды. Байтаҡ ышана ла алмай йөрөнөм. Кем әйтмешләй, юрамал ғына, әллә ота, әллә юҡ тип ебәргән квитанция ине ул, - ти Гөлфара Хәбир ҡыҙы. – Гәзитһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәйем. Һәр саҡ алдырабыҙ. Үҙебеҙҙең “Көнгәк”те көтөп алабыҙ. Һәр йортҡа яҡшы хәбәр, яңылыҡ килтереүҙән туҡтамаһын, хеҙмәткәрҙәргә уңыш теләйем”.
Гөлфара Булатова тормош иптәше Рамазан Ғәли улы менән хаҡлы ялға сыҡҡансы Йомаҡ ауылы мәктәбендә эшләне. Тиҫтәләгән быуынға лайыҡлы тәрбиә, төплө белем биреп, район үҫешенә үҙ өлөштәрен индергән хөрмәтле кешеләр улар.
Беҙҙең редакция бүләк отоу шатлығы менән ихлас уртаҡлаша, тормоштан йәм табып, һөйөнөп йәшәгеҙ.
Айбулат АҠНАЗАРОВ.
Читайте нас: