ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2021, 16:22

Иман - яҙмыштың иң ҙур бүләге

Ҡаланың мәсет ҡаршыһындағы “Мәрйәм” магазинына килеп инһәң, ниндәйҙер йылылыҡ, яҡтылыҡ бөркөлә. Унда ниндәй генә тауар юҡ - барыһы ла изге уй-ниәт менән һатыла. Айырыуса иғтибарҙы мосолман әҙәбиәте китаптары йәлеп итә. Бында Ҡөрьән, дини календарҙар, хәҙистәр йыйынтығы һәм башҡа төрлө китаптар, картиналар бихисап. Шулай уҡ клиенттарға - стандартҡа ярашлы хәләл продукция тәҡдим ителә.

Игелек - ул яҡшылыҡ, мәрхәмәтлелек, яҡшылыҡҡа яуап итеп ҡайтарылған шәфҡәтлелек. Тирә-йүнебеҙҙә миһырбанлы, игелекле кешеләр бик күп. Эшен яратып башҡарған, тырыш кешеләр тормошта бәхетле, матур йәшәүҙәрен һәммәбеҙ күреп тора. Хеҙмәт һөйгән кеше генә тормошта үҙ урынын таба, тип юҡҡа әйтмәйҙәр.
Ҡаланың мәсет ҡаршыһындағы “Мәрйәм” магазинына килеп инһәң, ниндәйҙер йылылыҡ, яҡтылыҡ бөркөлә. Унда ниндәй генә тауар юҡ - барыһы ла изге уй-ниәт менән һатыла. Айырыуса иғтибарҙы мосолман әҙәбиәте китаптары йәлеп итә. Бында Ҡөрьән, дини календарҙар, хәҙистәр йыйынтығы һәм башҡа төрлө китаптар, картиналар бихисап. Шулай уҡ клиенттарға - стандартҡа ярашлы хәләл продукция тәҡдим ителә.
Мәләүез ҡалаһына өс йыл элек Федоровка районынан күсеп килгән магазин хужаһы Мәрйәм Йосопова һәр һатып алыусыны яҡты йөҙө, йылы һүҙҙәре менән ҡаршы ала. Килгән кешеләрҙе тыңлап, үҙенең кәңәштәрен еткереп, ҡәнәғәтлек менән оҙатып ҡала.
- Һәр атай-әсәй балаларына ярҙам итеү уйы менән, уларға яҡшы булһын тип йәшәй. Ошо маҡсатта беҙҙә тормош иптәшем Ғәбдерәүф Йосопов менән ауылдан Мәләүез ҡалаһына күсендек һәм ошонда үҙ эшебеҙҙе астыҡ.
Магазиндың төп клиенттары - оло быуын вәкилдәре. Шуға ла уларға айырыуса иғтибарлы булыу зарур. Өйрәнелгән ышаныслы сығанаҡтарҙан, бөтә стандарттарға ярашлы хәләл продукция күбеһенсә Сәғүд Ғәрабстанынан һәм Һиндостандан, шулай уҡ Өфө, Ҡазан, Төркиә, Индонезия илдәренән ҡайтарыла. Һатҡан тауарҙы башта үҙебеҙ тикшерәбеҙ, артабан һатыуға ҡуябыҙ. Дин юлына яңы баҫҡандарға ниндәй доғалар ярҙам итеүе хаҡында бәйән итеп, кәрәкле китаптар тәҡдим итәбеҙ. Дауаханала дауаланып та, врач ярҙамы килешмәгәндә, беҙҙең магазиндан алған продукциянан һуң шәбәйеп, килеп рәхмәт әйткән кешеләр ҙә бар.
Эйе, яҡшылыҡты кеше алдында маҡтаныу өсөн эшләмәйҙәр. Халыҡта “Изгелек эшлә лә, һыуға һал, балыҡ белер, балыҡ белмәһә,халыҡ белер” тигән әйтем бар.
- Иман - яҙмыштың иң ҙур бүләге минең өсөн. Игелек ҡылыу һәм ярҙам күрһәтеү өсөн аҡса кәрәк тип уйлау - хата. Ҡайһы саҡ кешеләр ябай ғына иғтибарға мохтаж. Изгелек эшләргә һәр сак урын бар, башҡаларға ярҙам итә алыу - үҙе ҙур бәхет, - ти Мәрйәм Зөфәр ҡыҙы.
Ысынлап та ышанырлыҡ бындағы күп төрлө продукцияның шифаһы тураһында китаптарҙа яҙылған. Мәрйәм ханым хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан күпләп аҡса эшләү өсөн йәки бизнес маҡсаты менән түгел, ә ысын күңелдән үҙенең уҡытыусы өҫтәлен ошо изге маҡсатҡа алмаштырған. Тауар ғына һатыу түгел уның уйында, үҙенең изге кәңәштәрен дә йәлләмәй ул һатып алыусыға, сөнки үҙе лә Өфө ҡалаһының Рәсәй ислам университетында уҡыған ханым. Үҙ эшенең оҫтаһы булыуынан тыш ул ғаиләһендә ҡәҙерле тормош иптәше, уңған хужабикә, һөйөклө әсәй, йомарт өләсәй. Улар ире Ғәбдерәүф Йосопов менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙҙары Эльмира ҡалала ғаиләһе менән донъя көтә, Лениза Өфөлә уҡып йөрөй.
Бөгөн күңеленә ҡәнәғәтлек биргән эше бар уның. Ғүмерен мәктәптә балалар уҡытыуға бағышлаған Мәрйәм Йосопова, бында ла килгәндәрҙең һәммәһенә кәңәштәрен еткереп, уларҙың зарын тыңлап, күңелдәренә йылылыҡ һалып оҙата. Кеше йәшәгән һайын, изгелек төшөнсәһен яҡшыраҡ аңлай. Кешегә мәрхәмәтле булырға кәрәк, сөнки һин эшләгән яҡшылыҡ ерҙә ятмай, ул барыбер үҙеңә әйләнеп ҡайта.
Таныш булығыҙ - шифаһы ҙур белегеҙ
Ҡара тмин
Читайте нас: