Ҡәҙерле Мәләүез гүзәлдәре! Яҙҙың иң тәүге байрамы 8 Март менән ысын күңелдән ҡотлайым! Һәр ҡатын-ҡыҙ иң йылы маҡтау һүҙҙәренә, оло ихтирамға һәм һөйөүгә лайыҡ. Бөгөн мөхәббәт, игелек, тәрән ихтирам, рәхмәт хистәре тантана иткән көн. Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Бәхетле һәм һөйөклө булығыҙ! Балалар һәм ейәндәр ҡыуанысын күреп, шатлыҡта һәм мөхәббәттә хәйерле ғүмер кисерергә яҙһын! Һәр саҡ тирә-яҡҡа нур өләшеп, йөрәктәрҙе йылытып, илһам биреп йәшәгеҙ. Рәхмәт һеҙгә! Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын Килә һеҙгә бүләк итәһе. Донъялағы матур һүҙҙәрҙең дә Иң йылыһын килә әйтәһе. Урындағы ҡоролтайҙың ир-егеттәре исеменән Фәнис Бикташев.