Яңылыҡтар
12 Марта 2021, 08:13

Күктә - яңы йондоҙ балҡты

Бер йондоҙ исемле булды. Уға "Аҡбуҙат" тип ҡуштылар.

Космик эшмәкәрлек буйынса "Роскосмос" дәүләт корпорацияһы тарафынан "Аҡбуҙат" журналының 30 йыллыҡ юбилейы уңайынан Күк йөҙөндәге бер йондоҙға "Аҡбуҙат" исеме бирелде. Ул Пегас йондоҙлоғонда урынлашҡан.
"Аҡбуҙат" тураһында мәғлүмәт Күк есемдәре тураһындағы халыҡ-ара каталогҡа индерелде. Махсус сертификатта йондоҙҙоң координаттары күрһәтелгән.
Был яңылыҡҡа беҙ күмәкләшеп ҡыуандыҡ.
Читайте нас