Көнгәк
+31 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
12 Марта 2021, 06:48

Төрлө йәштәге граждандарҙың һаулығын һаҡлау һәм нығытыу – Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылының төп мәсьәләләре

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм һаулыҡ һаҡлау системаһы алдында ҡатмарлы бурыс – ағымдағы йыл ахырына тиклем халыҡтың үлем һанын кәметеү бурысы тора.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм һаулыҡ һаҡлау системаһы алдында ҡатмарлы бурыс – ағымдағы йыл ахырына тиклем халыҡтың үлем һанын кәметеү бурысы тора.
2020 йылда үлем сәбәптәренең төп кластары структураһында иң күбе ҡан әйләнеше системаһы (36,5%), тын юлдары ауырыуҙары (13,4%), яман шештәр (11,6%) һәм башҡа сәбәптәр (6,5%). Йоғошло һәм паразитар ауырыуҙарға үлемдәрҙең 1,5 проценты тура килә.
2021 йылда халыҡтың үлем һанын кәметеү маҡсатында саралар Планы әҙерләнгән, ул Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгестәренә тикшереү өсөн ебәрелгән. Унда 100 сара бар. Уларҙың төп йүнәлеше – йоғошло булмаған ауырыуҙарҙан үлем һанын кәметеү. Бынан тыш, сабыйҙар үлеме һанын кәметеү буйынса саралар Планы ла эшләнгән, ул да тикшереү стадияһында.
Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы сиктәрендә сараларҙың бер өлөшө «Демография» милли проекты сиктәрендә планлаштырылған. Һаулыҡты һәм әүҙем оҙон ғүмерлелекте һаҡлау тик дөйөм милләт ведомство-ара нигеҙҙә, гражданлыҡ йәмғиәтен йәлеп итеү менән генә хәл ителә ала.
#ДемографияМиллиПроекты
#ҺаулыҡҺәмӘүҙемОҙонҒүмерлелекЙылы
#ҮлемҺанынКәметеү
#МиллиПроекттарБашҡортостан
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://health.bashkortostan.ru/
Читайте нас