Радий Хәбиров кисә эш сәфәре менән “Күмертау” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты статусын алған "Балыҡ питомнигы" йәмғиәтендә булды.
Предприятие директоры урынбаҫары Рөстәм Вәлиев белдереүенсә, улар бағыр балығын үрсетеү менән шөғөлләнә. Былтырҙан алып дөйөм күләме 6,7 миллион һум тәшкил иткән инвестпроекты тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнәләр. Уға ярашлы, яңы 12 эш урыны булдырылған, продукция етештереү артҡан.
2021 йылда өс тонна ыуылдырыҡ, ҡайнар һәм һалҡын технология буйынса ыҫланған ете мең, еңелсә тоҙланған өс тонна бағыр етештереү, шулай уҡ тере һәм туңдырылған 124 тонна балыҡ һатыу планлаштырыла.
"Бәйләнештә"ге сәхифәһендә ошо хаҡта Радий Хәбиров түбәндәгеләрҙе яҙҙы:
"Бағыр балығын бына шулай үрсетәләр, артабан улар бөтә Рәсәй өҫтәлдәренә барып етә. Хайран ҡалдыра... Беҙҙең аҙыҡ-түлек сәнәғәте бик ҡеүәтле, артабан да даими рәүештә уны үҫтереү, бар яҡлап ярҙам итеү программаларын ҡабул итәсәкбеҙ".
Фото Радий Хәбировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.