Көнгәк
+24 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
15 Марта 2021, 10:40

15 март - Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө

Был сара донъяла -1983, ә илебеҙҙә 1994 йылдан билдәләнә. Йола буйынса уның тематикаһын Халыҡ-ара ҡулланыусылар ойошмаһы билдәләй. Былтыр ул “Рациональ ҡулланыусы” девизы менән уҙһа, быйыл пластик материалдан сүп-сарға ҡаршы көрәшкә арнала.

Йыл да донъя океанына 8 миллион тонна пластик ағып төшә, шул арҡала 100 меңгә яҡын һөтимәр хайуан һәм ташбаҡалар һәм миллионға яҡын диңгеҙ ҡош һәләк була. Шуны ла иғтибарға алырға кәрәк: етештерелгән пластиктың 50 проценты бер тапҡыр ғына ҡулланыуға яраҡлы. Был - халыҡ-ара глобаль проблема, сәйәсәттә ниндәйҙер ҡарар ҡабул ителмәһә, үҙгәреш булмаһа, күҙаллау буйынса 2050 йылға океанда был төр сүп-сар балыҡҡа ҡарағанда күберәк булыуы ихтимал.
Читайте нас