Әзербайжан һәм Әрмәнстан лидерҙары төбәктә Рәсәй тыныслык урынлаштырусыларҙың һөҙөмтәле ғәмәлдәренә юғары баһа бирҙеләр, тип хәбәр итә Кремль матбуғат хеҙмәте.
11 һәм 12 мартта уҙган һөйләшеүләрҙә "2020 йылдың 9 ноябрендәге һәм 2021 йылдың 11 ғинуарындагы өс яҡлы ғаризаларҙа теркәлгән килешеүләрҙе ғәмәлгә ашырыуҙың ғәмәли аспекттары" ҡаралды.
"Утты туҡтатыу режимының тайпылышһыҙ үтәлеүе ҡәнәғәтләнеү менән билдәләнде, ә төбәктәге хәл, тулайым алғанда, тотроҡло һәм тыныс ҡала, - тип хәбәр иттеләр Кремлдә. - Илһам Әлиев һәм Николай Пашинян Лачин коридоры буйында ла бер-берһенә ҡушылыу линияһында йәелдерелгән Рәсәй тыныслыҡ урынлаштырыу контингентының һөҙөмтәле ғәмәлдәренә юғары баһа бирҙеләр".
Фото: tass.ru