Яңылыҡтар
17 Марта 2021, 07:45

Был көн тарихта

Бөгөн 17 март (буранай), шаршамбы, йылдың 76 – сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 289 көн ҡала. Шәғбан (شعبان) айының 4– се көнө.Был көндә ҡояш 07 сәғәт 24 минутта ҡалҡып, 19 сәғәт 24 минутта байый. Көн оҙонлоғо – теп-теүәл 12 сәғәт.Был көн тарихта.

Бөгөн 17 март (буранай), шаршамбы, йылдың 76 – сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 289 көн ҡала. Шәғбан (شعبان) айының 4– се көнө.Был көндә ҡояш 07 сәғәт 24 минутта ҡалҡып, 19 сәғәт 24 минутта байый. Көн оҙонлоғо – теп-теүәл 12 сәғәт.
Был көн тарихта.
Императрица Екатерина II Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан өсөн башҡорттарҙан 4 мең ат йыйыу тураһында указға ҡул ҡуя (1775)
Өфө ГубЧК-һы (Өфө губернаһының Ғәҙәттән тыш комиссияһы) ойошторола (1918)
Дәүләкән район гәзите сыға башлай (1930)
СССР-ҙа тәүге “Т-34” танкыһына һынау үткәрелә (1940)
Менделеевтың периодик таблицаһындағы 98-се химик элемент – калифорний асыла (1950)
Японияла төрлө төҫтәге фломастерҙар һатыла башлай (1960)
СССР-ҙа Бөтә Союз референдумы үткәрелә, унда ҡатнашыусыларҙың дүрттән өс өлөшө СССР-ҙы һаҡлап ҡалыу өсөн тауыш бирә (1991)
Тыуған көндәр. Билдәле балет артисы, балетмейстер, дирижер Рудольф Нуриев (1938—6.01.1993), рәссам Шаһиев Эдуард Мөстәҡим улы (1944), журналист, шағир, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин (1971) һ.б.
Байрамдар.
Һыу аҫты кәмәһе көнө
Һыу аҫты моряктарының байрамы
Көньяҡ полюстан иҫкән йылы елде ҡаршы алыу көнө
Тиҙ арала һауа торошоноң йылыныуын көтөү көнө
Исемеңә ун рифма табыу көнө
Көлкөлө йылмайликтар ебәреү көнө
Шыбырлап, бышылдап һөйләшеү көнө
Бөгөнгө байрамдар менән! Исемегеҙгә ун рифма табығыҙ, көлкөлө йылмайликар менән бүлешегеҙ, минән алда көньяҡтан иҫкән йылы елде ҡаршы ала тороғоҙ!
Читайте нас