Көнгәк
+20 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
22 Марта 2021, 15:33

Алдан хәстәрлек күрелә

Ғәҙәттән тыш хәлгә әҙерлек бара

Район хакимиәтендә ташҡынға әҙерлек буйынса ултырыш үтте. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ҡабул иткән ҡарарға ярашлы, ташҡынға ҡаршы комиссия ағзалары, уҙғарыласаҡ саралар раҫлан. Ҡала, ауыл биләмәләре башлыҡтарына, предприятие, ойошмалар етәкселәренә март аҙағына тиклем ташҡынға ҡаршы комиссия һәм авария бригадалары ойошторорға, дежурлыҡ графигы төҙөргә, хәүефһеҙлекте иҫкәрткән агитация эше алып барырға, күпер, быуа һәм башҡа гидротехника ҡоролмаларын тикшерергә, һыу юлдарын таҙартырға йөкмәтелде. Ташҡынға ҡаршы комиссия рәйесе Василий Егоров әйтеүенсә, ғәҙәттән тыш хәлгә алдан әҙерлек бара: финанс резервы - 800 мең һум, аҙыҡ-түлек запасы һәм матди саралар резервы күләме 6 миллион 500 мең һум тәшкил итә. Ташҡын темаһы бөгөн иғтибар үҙәгендә генә түгел, етди контролдә тотола.
Читайте нас