Көнгәк
+18 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
22 Марта 2021, 15:50

Тағы ла киҙеү тураһында

Йорт ҡоштарына сир, ғәҙәттә, ҡырағай ҡоштарҙан йоға. Улары көньяҡтан күпләп ҡайта башланы ла инде. Шул хафаға һала.

Рәсәйҙең 8 субъектында ҡош киҙеүе таралған. Беҙҙең төбәктә был хәл әлегә күҙәтелмәй. Йорт ҡоштарына сир, ғәҙәттә, ҡырағай ҡоштарҙан йоға. Улары көньяҡтан күпләп ҡайта башланы ла инде. Шул хафаға һала. “Ситтән ҡош-ҡорт һатып алған осраҡта бөтә документ, белешмәһе булырға тейеш,” - тип билдәләне район-ҡала ветеринария станцияһы начальнигы Сергей Ковалец хакимиәттә үткән кәңәшмәлә.
Әгәр ҡоштарҙың күпләп ауырығанын, үлгәнен күҙәтһәгеҙ, үләкһәһенә тап булһағыҙ, рөхсәт ителмәгән сауҙаға (бәпкә, себеш һатыу) шаһит булһағыҙ, район-ҡала ветеринария станцияһына түбәндәге телефондар аша хәбәр итегеҙ: 8(34764) 5-99-76; 5-99-75; 5-99-74.
Читайте нас