Бөгөнгө йәштәрҙе яратам мин. Улар тәүәккәл һәм һис икеләнеүһеҙ тәғәйен маҡсатына бара торған кешеләр. Әле генә эш урынында улар, ярты сәғәттән иһә самолетҡа ултырып сит илгә осоуҙары ла ихтимал. Кис уйлап ятҡанын иртән иртүк тормошҡа ашыра башларға ла мөмкиндәр. Шундай ул бөгөнгө йәштәр. Тормошта үҙ урынын асыҡ самалаған, киләсәктә ниндәй эш менән шөғөлләнәсәген алдан белгән йәш замандаштар менән аралашҡанда, уларҙың изге башланғыстарына, уңыштарына һоҡланам.
Ҡала үҙәгендә урынлашҡан «PANDA» ҡәһүәханаһының хужабикәһе, аҡыллы һәм тырыш яҡташыбыҙ Алина Сәғитова менән әңгәмәләшкәндә, уның эшмәкәрлегенең матди килем алыуға ғына түгел, ә тәрбиәүи маҡсатҡа ҡоролғанлығын аңланым.
«Һөнәрем буйынса журналист булһам да, университетта уҡыған саҡта уҡ үҙ эшемде асыу хаҡында хыяллана торғайным», - ти Алина үҙе. Студент ваҡытында ул бер йыл Ҡытайҙың Наньчан ҡалаһында ҡытай телен өйрәнә. Ҡәһүәханаһының исеме хаҡында һөйләшкәндә, ул үҙенең пандалар яратыуы, Ҡытайҙа саҡта шуларҙы күрер өсөн махсус урындарға йөрөүе, панда төшөрөлгән сумка һатып алыуы хаҡында бәйән итте. Әлеге ҡәһүә-барҙың атамаһы тап шуларға бәйле.
«Ни өсөн тап ҡәһүә һуң?» тигән һорауға Алина һис икеләнеүһеҙ:
Халыҡты, бигерәк тә йәш быуынды үҙ-ара аралашыу мәҙәниәтенә өйрәтеү теләге көслө ине, - тип яуап ҡайтарҙы. Ысынлап та, йәмғиәт яйлап үҙгәрә бара хәҙер. Бынан бер нисә йыл элек урам һәм парктарҙа, спиртлы эсемлектәр һатылған ерҙә һыра һемереп ял итергә күнеккән йәштәр хәҙер сәйхана кеүек урындарҙа сәй, һут һәм ҡәһүә эсә, сәләмәт һәм айыҡ тормошҡа өҫтөнлөк бирә.
Изге ниәткә ҡоролған эшмәкәрлектәрен йәш пар Алина һәм Дамир Сәғитовтар 2019 йылдың 9 сентябрендә аса. Уларҙы был уйҙарынан кире ҡайтарырға тырышҡандар күп була ул саҡта. Тик маҡсатлы йәштәр генә берәүҙе лә тыңламай, урынһыҙ бирелгән кире кәңәштәргә иғтибар итмәй, үҙ хыялына табан ышаныслы аҙымдар менән юл яра. Эште ҡәһүәхана өсөн урын табыуҙан, кәрәкле ҡорамалдар ҡайтартыуҙан башлайҙар.
Киләсәккә яҡты хыялдар, ҙур маҡсаттар ҡороп эшкә тотонған йәш ғаиләгә көтмәгәндә ауыр ҡайғы кисерергә тура килә. Алинаның тормош иптәше Дамир көтмәгәндә баҡыйлыҡҡа күсә. Мәрхүмдең ғәмәлгә ашып өлгөрмәгән ниәттәре, эшләнеп бөтмәгән эштәре тороп ҡала. Күтәрә алмаҫлыҡ хәсрәттән, ни тиклем генә ауыр булһа ла, бөгөлөп төшмәҫкә кәрәклеген яҡшы аңлай Алина. Ҡулға-ҡул тотоношоп атлаған юлдарын ул артабан үҙе дауам итәсәген, Дамир менән парлап ҡорған уй-хыялдарын тормошҡа ашырасағын да белә. Бөгөн был эштә уға ҡәйнәһе Лилиә Фәрхулла ҡыҙы - ҙур ярҙамсы.
Өй йылыһы һаҡлаған «PANDA»ның дизайнын Алина үҙе уйлап таба, һөҙөмтәлә биҙәлеше яғынан үҙенсәлекле генә, башҡаларҙы ҡабатламаған ҡәһүәхана килеп сыға. Бөгөн унда ингән һәр кем ҡәһүәнән башҡа төрлө сәй, һуттар, лимонад, эҫе шоколад, какао менән һыйланып сыға. Әйткәндәй, ҡәһүәнең төрлө еләк-емеш һуты ҡушылған, кокос һөтө һәм хатта сыр һалынғанын да табырға була унда. Кешеләр уның сыр ҡушылғанын айырыуса ярата икән. Һөт ризыҡтарына аллергия булғандар иһә кокос һөтө менән эсә. Ҡәһүә янына шунда уҡ етештерелгән тәмле вафля, шулай уҡ сэндвич, ходдог, шоколад алырға мөмкин.
«PANDA»ны асырға йөрөгән саҡта «юҡ менән булмағыҙ, мәләүездәр ҡәһүә эсәме», тигән һүҙҙәр менән ниәттәренән төңөлдөрөргә тырышҡандар байтаҡ булғанын белгәнгә күрә, Алина менән әңгәмәләшкәндә уға ошо һорауҙы үҙем дә бирҙем. Баҡһаң, кешегә иртәнге йоҡонан уянырға ярҙам иткән, көс-дәрт өҫтәгән, ҡан баҫымын көйләгән эсемлекте беҙҙең ҡала халҡы ла яратып эсә икән. Төрлө йәштәге кешеләр килә «PANDA»ға. Кемдер үҙенең иртәһен уларҙың тәмле ҡәһүәһенән башларға, яҡындары һәм дуҫтары менән аралашырға теләһә, яңғыҙлыҡтан арыныр өсөн инеп сыҡҡандар ҙа юҡ түгел.
Бөгөн ни бары дүрт кеше эшләгән бизнесын яңыса алымдар менән киләсәктә киңәйтергә теләй йәш эшҡыуар. Уның ғәмәлгә ашыраһы пландары байтаҡ. Тәбиғәткә, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәҫ өсөн ул пластик һауыт-һабанан тулыһынса баш тартырға, экология яғынан зарарһыҙ булғандарын ғына ҡулланырға уйлай. Йәш замандашымдың ошо ниәте үҙемә айырыуса оҡшаны.
«PANDA» ның ҡала үҙәгендә урынлашыуы бигерәк тә уңайлы. Ҡала урамдарында ҡулына стакан тотоп атлағандарҙы күргәнегеҙ барҙыр, моғайын. Ҡәһүәне урамда, эш урынында, машинала эсеү өсөн кешеләр үҙҙәре менән дә алып китә.
Киң билдәле капучиноны бөтәгеҙҙең дә эскәне барҙыр барлыҡҡа, ә еләк-емеш һуты ҡушылған йәки сырлы ҡәһүә хаҡында бығаса ишеткәнегеҙ бар инеме? Булмаһа, ҡаланың «PANDA» ҡәһүәханаһына рәхим итегеҙ. Ул көн һайын иртәнге 8-ҙән киске 10-ға тиклем эшләй. Адресы: Ленин урамы, 150 («Уралсиб» янында). 8-927-338-86-93 телефон һандары буйынса бәйләнешкә инергә мөмкин. Өйгә килтереп биреү мөмкинлеге лә ҡаралған.
Интернет селтәрендә «PANDA» төркөмөнә һылтанма: @coffeepanda.mlz
Алина Сәғитованың инстаграмдағы шәхси сәхифәһе: @bayanchikk
«Бәйләнештә» «PANDA» төркөмөнә ошо һылтанма буйынса инергә мөмкин. https://vk.com/coffeepandamlz