"Һанлы иҡтисад" проектына ярашлы бөтә уҡыу учреждениеларында йыл аҙағына тиклем тиҙлекле интернет уткәреләсәк.
РФ Премьер-министры билдәләүенсә мәктәптәрҙә, университеттарҙа һәм техникумдарҙа ҙур ҡалаларҙа интернет тиҙлеге менән 100 Мбит-ҡа етәсәк, ә ауыл биләмәләрендә - яҡынса 50 Мбит. Пандемия сәбәпле уҡыуҙан артта ҡалған балалар өсөн был - бигерәк тә файҙалы яңылыҡ.
"Бөтә белем биреү учреждениелары ла йыл дауамында интернет менән тәьмин ителергә тейеш, был бик мөһим", тип өҫтәне Хөкүмәт Башлығы.