Башстат эксперттары аҙыҡ-түлек хаҡтары менән уртаҡлашты. 29 марттан 5 апрелгә тиклем арауыҡта картуфтың хаҡы 6% артҡан. Бер килограмы - 36,8 һум. Ҡыярҙың хаҡы - 2,8, колбасаның 2,2% күтәрелгән.
Бер килограмм ҡыяр 104,6 һум торһа, колбасаның килоһы 417,4 һум. Һөт тә ҡалышмай, 1,9% артҡан. Бер литрының хаҡы - 66,4 һум.