Бөгөн Салауат исемендәге хужалыҡ, “Иҙел” агрофирмаһы ужым яландарын ашлама менән туҡландырырға төштө: “Ноутилл”, йәғни һөрмәй сәсеү технологияһы көҙҙән ултыртылған ерҙә ужымды туҡландырырға мөмкинлек бирә. Ҡалғандар орлоҡ ағыулау, элиталы кукуруз, шәкәр сөгөлдөрө, гибрид көнбағыш орлоғон һатып алыу менән шөғөлләнә.