Көнгәк
+11 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
15 Апреля 2021, 08:22

Заманса “Орлан” поезы йөрөй

Тиҙ йөрөшлө, заманса поездар - сит илдәрҙә күптән ғәҙәти күренеш. Республикала ла хәл яҡшыға үҙгәрә: көн дә Өфө - Күмертау маршруты буйынса «Орлан» ҡала яны поезы йөрөй башланы.

Тиҙ йөрөшлө, заманса поездар - сит илдәрҙә күптән ғәҙәти күренеш. Республикала ла хәл яҡшыға үҙгәрә: көн дә Өфө - Күмертау маршруты буйынса «Орлан» ҡала яны поезы йөрөй башланы.
Өфөнән 18 сәғәт 39 минутта ҡуҙғала, Күмертауға 22 сәғәт 29 минутта килеп етә. Иртән 04.08 сәғәттә Күмертауҙан юлланһа, 08.01 сәғәттә Өфөлә була. Дема, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Мәләүез станцияларында туҡталыш ҡаралған. Элегерәк пассажирҙарға юлға ваҡыт 6 сәғәттән артығыраҡ китһә, хәҙер инновациялы рельслы автобус ваҡытты ике тапҡырға тиерлек кәметкән - ул 3 сәғәт 50 минутта тәғәйенләнгән урынға барып етә тиклем. Ведомствола билдәләүҙәренсә, юлдағы ваҡытты 3 сәғәт 20 минутҡа тиклем ҡыҫҡартыу планлаштырыла.
“Республика халҡы һәм ҡунаҡтар тарафынан ҙур һорау менән файҙаланырына ышанам, сөнки заманса тиҙ хәрәкәт иткән составы уңайлы һәм хәүефһеҙ, әлегә пассажирҙар бик ҡәнәғәт”, - ти тимер юл начальнигы Вячеслав Дмитриев.
Тиҙ йөрөшлө “Орлан” поезына билетты кассала йәки хеҙмәтләндереү терминалдарында, “Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы” йәмғиәте сайтында һатып алырға мөмкин. Билет хаҡы 576 һум 40 тин. Бөтә төр федераль һәм төбәк льготалар ғәмәлдә, шул иҫәптән мәктәп уҡыусылары, студенттарға ла.
Беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре, Мәләүез тимер юлы станцияһынан “Орлан” заманса дизель поезына ултырып Күмертауға барып әйләндек. Ошонда уҡ меңенсе пассажир Башҡорт дәүләт медицина униветситеты 5-се курс студенты Юлия Тучкина килеп төштө. Ысынлап та, поезд вагондары иркен, яҡты, таҙа, салонда йомшаҡ ултырғыстар, киң багаж кәштәләре, мәғлүмәт таблоһы, махсус видеокүҙәтеү системаһы менән йыһазландырылған, хеҙмәтләндереү ҙә юғары кимәлдә ине.
Читайте нас