Көнгәк
+11 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
21 Апреля 2021, 18:20

Президент Мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата фекерҙәр

Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Алдынғы ҡарашлы яҡташтар Президент Мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата үҙ фекере менән уртаҡлашты.
Тимер НИӘТШИН, шағир:
- Президенттың ябай кешегә яҡынайғанын, уға булған ихтирамын һәм ышанысын тойҙом. Пандемия Рәсәй халҡының көрәшсәнлеген, түҙемлеген, берҙәмлеген бөтә ер шарына күрһәтте. Инфраструктура проекттарына 3% лы кредит биреү. Урал аръғы, Төньяҡ-Көнсығыш төбәктәренә үҫеш мөмкинселеге асыла. Бюджет тарафынан алынған кредиттарҙы 15 йылға тиклем реструктуризациялау. Бюджет 2021 ҙең 20 милииард тирәһендә дефицитлы икәнен иҫәпкә алғанда, был бик ваҡытлы.
Туризмға йәшел юл - гүзәл тәбиғәтебеҙҙе көрәшеп һаҡлай алдыҡ. Хәҙер аҡса эшләргә мөмкинселек тыуа.
Алик САТЛЫҠОВ, район мәғариф бүлеге начальнигы:
- Мәғариф өлкәһендә эшләгән кеше булараҡ, Президенттың ғаиләләргә ярҙам саралары хаҡындағы хәстәрлеген хуплайым. Мәктәп йәшендәге балаларға пособие тәғәйенләнеүе лә ата-әсә өсөн ҡыуаныслы.
Илмир УРАЗИНБӘТОВ, Мәләүез ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:
- Йөклө ҡатындар өсөн бик яҡшы ярҙам ҡаралған. Уҡыу йылы алдынан биреләсәк аҡса иһә балаларҙы мәктәпкә әҙерләү өсөн бик урынлы. Ил Башлығының халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тотоуы киләсәккә ышаныс, өмөт уята.
Читайте нас