Апрелгә хас булмаған һауа торошо, район аграрийҙарының эшен ҡыҙыулатты. 19 апрелгә ҡарата “Ашҡаҙар” - 700, Салауат исемендәге хужалыҡ - 676 гектарҙа күп йыллыҡ үләндәрҙе ашлаған, фермерҙар ҙа уларҙан ҡалышмай, улар эшкәрткән сәсеүлек майҙаны 200 гектар тәшкил итә. Бер үк осорҙа ужым культураларын туҡландырыу, яландарҙы дымға ҡаплау бара.
Бөгөнгә ҡарата район буйынса дөйөм күрһәткестәр: 5110 тонна (59 процент) орлоҡ ағыуланған, 3660 гектар ерҙә (10 процент) дым ҡаплатылған, 3400 гектарҙа (23 процент) ужым баҫыуы ашланған, 820 гектар (6 процент) тырматылған. Салауат исемендәге хужалыҡ һурыҡҡан яландарҙа бер йыллыҡ үлән сәсеүгә төшкән.