Көнгәк
+26 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
29 Апреля 2021, 04:40

29 апрелдә бөтә донъя Халыҡ-ара бейеү көнөн билдәләй

Студент ваҡытта Мәхмүт Эсамбаевтың концертына барып, таң ҡалып ҡайтҡайным. Республикабыҙҙы донъя кимәлендә танытҡан бейеүселәребеҙ бар. Ә һеҙ ниндәй бейеүселәребеҙҙе беләһегеҙ?

Студент ваҡытта Мәхмүт Эсамбаевтың концертына барып, таң ҡалып ҡайтҡайным. Республикабыҙҙы донъя кимәлендә танытҡан бейеүселәребеҙ бар. Ә һеҙ ниндәй бейеүселәребеҙҙе беләһегеҙ?
Был көн бөйөк француз бейеүсеһе Жан Жорж Новерҙың тыуған көнө хөрмәтенә 1982 йылдан, Юнеско тарафынан иғлан ителгән. Менделеев, Эйнштейн, Галилей фәнни асыштар асҡан кеүек, Жан Жорж бейеүселәр өсөн ҡаҡшамаҫ бейеү ҡанундарын уйлап сығарған. Бөгөнгө бейеү сәнғәтенең нигеҙендә тап ошо ҡағиҙәләр ята.
Кешелек донъяһы үҫешеү менән бергә бейеүҙәр ҙә үҙгәрә, камиллаша барған. Бейеү тарихына күҙ һалһаҡ, боронғо замандарҙа бейеүҙәрҙә иң тәүҙә ҡырағай күренештәр һынланыш тапҡан. Әйтәйек, кешеләр үҙҙәренең эске кисерештәрен, хайуандарҙың хәрәкәттәрен, ҡылыҡ-фиғелдәрен ым-ишаралар ярҙамында сағылдырған. Унан тәбиғәт күренештәренә оҡшатырға тырышыу, һунарсылыҡ, аусылыҡ, артабан һуғышсанлыҡ, һуңғараҡ әйлән-бәйлән уйнау, көнкүреш бейеүҙәре, хеҙмәт бейеүҙәре барлыҡҡа килгән.
Читайте нас