Салауат ҡалаһының “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә “Милли мәҙәниәт көнө” төбәк конкурсы үтте. Ун йылдан ашыу уҙғарылған был сара быйыл Бөтә донъя фольклориадаға әҙерлек һәм Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек сиктәрендә ойошторолдо. Унда Бәләбәй, Миәкә, Ғафури, Мәләүез, Благовар райондарынан 5-тән 46 йәшкә тиклем 40-тан ашыу кеше ҡатнашты. Конкурсанттар республикала йәшәгән халыҡтар мәҙәниәтен күрһәтте. Ергән ауылынан Ольга Волкова һәм Екатерина Стрижкова (етәксеһе Надежда Стрижкова) сыуаш мәҙәниәтен күрһәтте. Йәш артистарҙың сығышы иғтибарһыҙ ҡалманы. “Вокал-соло” номинацияһында Ольга “Иң йәш ҡатнашыусы” дипломы менән бүләкләнде, ә Екатерина III дәрәжә лауреат исемен яуланы.