Көнгәк
+31 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
1 Мая 2021, 04:20

“Хәтер баҡсаһы”, “Йәшел Башҡортостан” акцияһы

“Хәтер баҡсаһы”, “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә Александровка ауылынан йыраҡ түгел ике гектарҙан ашыу урман ситендә 8 меңдән ашыу ағас ултыртылды.

“Хәтер баҡсаһы”, “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә Александровка ауылынан йыраҡ түгел ике гектарҙан ашыу урман ситендә 8 меңдән ашыу ағас ултыртылды.
Апрелдең һуңғы көнөндә уҙғарылған сарала район мәғариф бүлеге, район хакимиәте вәкилдәре, “Водоканал”, ҡаланың “Мәләүез йылылыҡ селтәрҙәре” эшселәре, Маршал Жуков исемендәге эҙләнеү отряды ирекмәндәре ҡатнашты. Воскресенский участка урмансылығына ҡараған ике гектар майҙанда ер көҙҙән әҙерләнгән. Сәсеүлек материал Федоровка урман питомнигынан килтерелгән. Акцияның төп маҡсаты – һуғыш ваҡиғалары һәм унда ҡатнашыусылар тураһындағы иҫтәлекте мәңгеләштереү, халыҡтың ижтимағи, волонтерлыҡ һәм ирекле ойошмаларҙың гражданлыҡ активын туплау.
Читайте нас