Көнгәк
+26 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
5 Мая 2021, 15:00

Байрам көндәрендә лә 9 майға коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтергә була

Үҙәк район дауаханаһында ял көндәрендә лә тажзәхмәткә ҡаршы вакцина яһау дауам итә. Уны өлкәндәр поликлиникаһында иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем эшләйҙәр.

Прививка кампанияһы башланғандан алып район-ҡалала 3 меңдән ашыу кеше вакцина һалдырған. Эпидемиологик хәл элекесә көсөргәнешле, сирҙе тик уға ҡаршы прививка эшләтеп кенә иҫкәртергә мөмкин. Шулай уҡ һаҡланыу сараларын үтәү мөһим.
Вакцина һалдырыуға колл-үҙәктең берҙәм телефонына (122) йәки поликлиника регистратураһына шылтыратып (8(34764)5-08-10), дәүләт хеҙмәте йәки doctor.bashkortostan.ru порталы аша, поликлиниканың 210-сы кабинетына мөрәжәғәт итеп яҙылырға мөмкин.
Читайте нас