Көнгәк
+11 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
8 Мая 2021, 14:09

Был көн мәңге хәтерҙә

Баш эйәбеҙ һеҙҙең алда, яугирҙәр.

Бөгөн Мәләүез ауыл биләмәһе башлығы Илмир Уразинбәтов Ҡотош, Ҡаран, Рассвет ауылдары халҡы менән һәйкәлдәргә гөлләмә, сәскә һалды. - Был көн ҡыуаныслы ла, аяныслы ла. Ҡайғы еле ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡтыр. Күҙ йәштәре, ҡан ҡойош менән яуланған Еңеү көнө иң ҡәҙерле, беҙ һәм беҙҙән һуң киләсәк быуын уны хәтеренән юймаһын. Халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы хаҡында һәр саҡ белергә тейешбеҙ, - тине Илмир Ибраһим улы үҙ телмәрендә. - Күгебеҙ аяҙ, тормошобоҙ тыныс, имен булһын. Бер минут тынлыҡта олоһо ла, кесеһе лә һуғыш ҡорбандарын иҫкә алды. Хәтирәләре менән уртаҡлашыусылар, үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын уҡыусылар, изге теләктәрен еткереүселәр аҙ булманы бөгөн. Һәр ауыл клубында бай программалы концерт ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусылар өсөн сәй табыны әҙерләнгәйне. Биләмә халҡы алдында "Көнгәк" гәзите коллективы исеменән баш мөхәррир Әлиә Әмирова ҡотлау һүҙҙәрен сығыш яһаны.
Читайте нас