Көнгәк
+21 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
11 Мая 2021, 12:54

Ғаилә аҙналығы

Йыл һайын 15 майҙа Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә. 11 майҙан 16 майға тиклем Башҡортостанда тема буйынса аҙналыҡ үткәрелә. Ниндәй саралар көтөлә икән?

11 майҙан алып 16 майға тиклем Башҡортостанда Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған тематик аҙналыҡ үтәсәк. Билдәле булыуынса, был көн 15 майҙа билдәләнә. Сараны республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора.
Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә лә һөйләшеү булды.
– Һис шикһеҙ, был мөһим байрамдарҙың береһе. Ғаилә аҙналығы сиктәрендә көн һайын бик күп саралар планлаштырылған. Улар ғаиләне төп социаль ҡиммәт булараҡ нығытыуға йүнәлгән. Муниципалитет башлыҡтары, кәрәкле ярҙам күрһәтегеҙ, ә республика халҡын был сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам, – тине Радий Хәбиров.
Аҙналыҡ сиктәрендә бөтә ҡала һәм райондарҙа ғаилә йолаларын һаҡлау һәм үҫтереүгә арналған саралар һәм акциялар үтәсәк. Унда ата-әсә абруйын үҫтереү, ғаилә ялын ойоштороу ҙа ҡаралған.
Читайте нас