Байрам, ял тип тормай, район аграрийҙары яҙғы көндөң һәр сәғәтен эштә уҙғара: ямғырҙар яумауы ер кешеһен бер аҙ хафаға ла һала. Бөгөнгә сәсеүлек эшенең яртыһы тамамланған, тиерлек. Ярауай культураларҙан бойҙай - 9348, арпа - 10376, борсаҡ - 1248, һоло - 1246, көнбағыш -10550, картуф 940 гектар майҙанда сәселгән. Ҡарабойҙай, тары өсөн әле иртәрәк, көндәрҙең кәрәкле кимәлдә йылыныуы мотлаҡ. Мал аҙығы өсөн 1430 гектарҙа (62 процент) кукуруза ер ҡуйынына һалынған, 2170 гектарҙа бер йыллыҡ үлән сәселгән.
Йәшелсә сәсеү дауам итә: 940 гектарҙа картуф ултыртылған. Йәшелсәлек менән шөғөлләнгән Османов кишерҙе көҙҙән сәсеп ҡалдырған, әле салат үләне, һуған ултыртыу менән мәшғүл. Шәкәр сөгөлдөр баҫыуҙарында тәүге химик утау үткәрелә башлаған да, 11 майға ҡарата 100 гектар ер эшкәртелгән.